Өфө янында ла һыу күтәрелә. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһының кимәле 16 сантиметрға күтәрелеп, 578 сантиметрға етте. Шаҡша янында Ҡариҙел йылғаһының кимәле 498 сантиметрға еткән. Бочкарево ауылын эргәһендә Дим йылғаһы 457 сантиметр. 2017 йылда ташҡындың иң юғары кимәле май башында күҙаллана.
Йылғалар кимәле
Тулыраҡ: Йылғалар кимәле