Башҡортостанда бал ҡорттарының күпләп үлеүенә варроа талпаны сәбәпсе.
Был турала Өфөлә үткән 7-се халыҡ-ара ветеринарҙар конгрессы барышында белдерелде. Белгестәр фекеренсә, быйыл ҡорттарҙың 80-90 проценты ҡышлай алмаған тигән хәбәр ысынбарлыҡҡа тура килмәй, юғалтыуҙар уртаса күрһәткестәрҙән артмай. Форум эшендә ҡатнашыусы сит ил белгестәре лә тап варроа талпаны бал ҡорто өсөн хәүеф менән янауын билдәләп үтте, сөнки ул башҡа төр вирустарҙы тарата.