Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Парижда һайлау участкалары ябылғандан һуң халыҡ урамға сыҡҡан. Тәртипһеҙлектәр сәбәпле полиция төтөнлө шашкалар ҡулланырға мәжбүр булған. Һайлауҙа Марин Ле Пен һәм Эммануэь Макрон икесн турға сыҡты.

Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек шураһының машинаһы Украинала минала шартлаған. Бер кеше һәләк булған. Ул Америка ватандашы.

Мәскәүҙә Мерседес автомобиле водителе ауыр хәлдәге балаға ашыҡҡан тиҙ ярҙам машинаһын үткәрмәгән.Тәфтиш комитеты Мерседес водителенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Румынияла ҡар ишелеү сәбәпле 12 һәм 13 йәшлек ике бала һәләк булған. 5 кеше йәрәхәтләнгән.