Башҡортостанда йәшелсәгә хаҡтар йылдамыраҡ арта.
Статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәбеҫтә менән картуф 8-9 процентҡа ҡиммәтләнгән. Һуған, кишер, сусҡа һәм һарыҡ ите, он, икмәк, һөт, тоҙ һәм шәкәргә хаҡтар 1-2 процентҡа артҡан. Уның ҡарауы, һыйыр һәм тауыҡ ите, балыҡ, сырҙар, сәй, аҡ май, алма, көнбағыш майы һәм йомортҡа арзанайған. Статистика хеҙмәте аҙна һайын аҙыҡ-түлек тупланмаһына ингән тауарҙарға хаҡтарҙы анализлап тора.