Меңәрләгән кешене бергә йыйған социаль проект

Тулыраҡ: Меңәрләгән кешене бергә йыйған социаль проект

Был тел мөхәббәттә аңлашыу, намаҙ уҡыу, доға ҡылыу теле. Ул Рәми, Аҡмулла, Салауат Юлаев, Арыҫлан Мөбәрәков, Әмир Абдразаҡов теле. Башҡорт теленән тоталь диктант яҙыусылар тыуған теле тураһында ошондай фекерҙә. Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам. Диктанттың девизы шулай аталды. Быйыл Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың “Әсәм теле-сәсән теле” тексы алынды. Уны ҡурайсы, йырсы һәм театр актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов уҡыны.Яҙма эштә йылдан-йыл күберәк кеше ҡатнаша. Уларҙың барыһын да туған телгә һөйөү, башҡорт мөхите берләштерә.Диктан ике аудиторияла яҙылды. Шулай уҡ килә алмаған кешеләр уны онлайн режимда яҙа алды. Башҡорт теленән төбәк диктанты 3-сө тапҡыр үткәрелә. Ул биш көн эсендә тикшерелеп, һөҙөмтәләре сайтҡа һалынасаҡ.