Синоптиктар май байрамдарына һауа торошон иғлан итте

Тулыраҡ: Синоптиктар май байрамдарына һауа торошон иғлан итте

Күптәр көтөп алған ялдар ҡояшлы буласаҡ тип белдерәләр Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән.

29 апрель, шәмбе көнө Өфөлә һауа 22 градусҡа тиклем йылынасаҡ, ямғыр көтөлмәй. Йәкшәмбе көнө лә йылы була, әммә урыны менән болотло. Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында бер аҙ һыуыта, 16 градус тирәһе йылы буласаҡ. Ә бына Еңеү байрамы көндәрендә һауа торошо боҙола, 7-12 градус тирәһе, Өфөлә ямғыр яуа.