1-се майҙан Башҡортостанда минималь хеҙмәт хаҡы кәмендә 9 мең ярым һум булырға тейеш. Бөгөн республика профсоюздар федерацияһы ошондай тәҡдим менән сыҡты. Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ултырышында профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәр һәм Башҡортостан хөкүмәте араһындағы килешеү үтәлеше тикшерелде. Уҙған йылда халыҡҡа эш хаҡы буйынса 93 миллион һумлыҡ бурыс ҡайтарылған. Һуңғы осорҙа кешеләрҙең килеме 7,1 процентҡа артҡан. Әммә, предприятиеларҙың 70 процентында ғына ошондай ыңғай үҙгәреш күҙәтелә. Әйткәндәй, Дәүләт Думаһында әле минималь хеҙмәт хаҡын 9 мең ярым һумға еткереү тураһында закон проект ҡарала. Ул көҙгә ҡабул ителер, тип көтөлә.
Өс яҡлы комиссия ултырышы
Тулыраҡ: Өс яҡлы комиссия ултырышы