Ҡытай самолеттар йөрөтөүгә һәләтле Тайп 001А карабын һыуға төшөрөргә йыйына. Уны проектлау һәм төҙөүгә сит ил вәкилдәре йәлеп ителмәгән. Карап иң һуңғы технологияларға таянып төҙөлгән.
Ереванда халыҡ әрмәндәр геноцидының 102 йыллығын билдәләүгә урамдарға факел тотоп сыҡҡан. Улар Азатлыҡ майҙанынан мемориаль комплексҡа тиклем атлап барған һәм Төркиә етәкселегенең геноцидты таныуҙан баш тартыуына ризаһыҙлыҡ белдереп төркиә әләмен яндырған.
Мәскәү өлкәһендәге “Патриот” паркында Рейхстагты алыу мәле реконструкцияланды. Уны әҙерләүҙә тарихсылар, каскадерҙар һәм пиротехниктар ҡатнашты. Тарихи рекоснтрукцияға Советтар Союзының һәм Германияның шул осорҙағы хәрби техникаһы йәлеп ителгән.
Освенцим концлагерында Холокосты иҫкә алыу көнөндәге төп сара-“Тереләр маршы” үткән. Унда 10 меңләп кеше ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Освенцим концлагерында 1 миллион 500 мең самаһы йәһүд һәләк булған.