Патриотик проект бөтә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа үтә. Ирекмәндәр йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа халыҡҡа георгий таҫмаларын тарата. Ул иҫтәлек символы булып тора һәм “Мин иҫләйем һәм ғорурланам”, тигәнде аңлата. Акция 2005 йылда башланды, ошо арауыҡ эсендә миллионлаған Георгий таҫмаһы таратылған. Сараға Башҡортостан халҡы ла йыл да бик теләп ҡушыла. Меңләгән кеше ошо таҫманы тағып, Еңеү көнөн ҡаршылай. Акцияла Рәсәй генә түгел, элекке союз илдәре һәм Европа ла ҡатнаша. Быйыл да 70-гән дәүләттә георгий таҫмалары таратыла. Уҙған йылда Рәсәйҙә 20 миллион, ә Өфөлә 20 меңдән ашыу георгий таҫмаһы таратылған. Быйыл да ойоштороусылар шул тиклем таҫма таратырға ниәтләй. Акция Өфө майҙансыҡтарында 9 майға тиклем дауам итәсәк.
Рәсәйҙә “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды
Тулыраҡ: Рәсәйҙә “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды