Баш ҡала заводттарының береһендә слесарь булып эшләүсе Өфө егете иҫ китмәле күн әйберҙәр эшләү менән мауыға. Евгений Игаев күндән эшләнгән әйберҙәр менән ике йыл элек самаһы ҡыҙыҡһына башлай. Тәүҙә ҡыҙыҡ өсөн генә яһай башлағайным, хәҙер буш ваҡытымды тулыһынса был эшкә бағышлайым, ти егет. Евгений әйтеүенсә, тәү ҡарауға еңел күренгән был шөғөл түҙемлек һәм йыйнаҡлыҡ талап итә. Күндән әйберҙәрҙе оҫталарса башҡарырға өйрәнгәнсе бихисап материал әрәм итергә лә тура килде, ти ул. Ошондай ғәҙәти генә күн киҫәктәре тиҙҙән зауыҡлы ҡайыш, янсыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһына әүреләсәк. Улар бер-береһенән ҡабатланмаҫ биҙәктәре менән айырыла. Уларҙы эшләү ваҡыты ла ..... Мәҫәлән ошондай сумка тегеү өсөн аҙна ун көн талап ителә. Һәр бер әйбер үҙенә генә хас булған нағыш менән биҙәгән, ябай ғына сеймалдан ҡарап туймаҫлыҡ сәнғәт өлгөһө эшләгән. Был мауыҡтырғыс шөғөлдө үҙ иткән йәш оҫта, киләсәктә Өфөлә үҙ һатыу нөктәләрен асырға ла хыяллана.
Өфө егете күн әйберҙәр эшләү менән мауыға
Тулыраҡ: Өфө егете күн әйберҙәр эшләү менән мауыға