Салауат Юлаевҡа бронзанан яңы һәйкәл 2027-се йылдың октябрендә ҡуйыласаҡ

Был турала республика башлығы белдерҙе.
  • Салауат Юлаевҡа бронзанан яңы һәйкәл 2027-се йылдың октябрендә ҡуйыласаҡ

Салауат Юлаевтың суйындан ҡойолған һынын бронзаға алыштырыу һәйкәлде ҡотҡарыуҙың берҙән-бер юлы. Монументаль ҡоролманы тикшереү менән шөғөлләнгән реставраторҙар ошондай фекерҙә Шул уҡ ваҡытта скульптураның суйындан ҡойолғаны ла буласаҡ.

Бынан 60 йыл элек суйындан ҡойолған монументаль ҡоролма хәҙер үҙе ярҙамға мохтаж. Материал ваҡыт һынауына түҙә алмаған. Махсус цехҡа килтерелгән һәйкәлде яҡындан күргәс кенә, уның ниндәй хәлдә икәнлеген төшөнөргә мөмкин. 6 ҡат буяу аҫтына йәшеренгән тутыҡтар, тишектәр һаны 4 меңдән күберәк.

Реставраторҙар һәйкәлдең торошо аяныслы икәнлеген йәшермәй. Суйын составындағы шлактар монументаль ҡоролманың тутығыуына, сереүенә алып килгән. Иң ҡурҡынысы – ат һынының башы. Ул һәйкәлдең төп өлөшөнән ҡутарылып төшөү хәленә еткән.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та республика халҡына һәйкәлде һаҡлау өсөн төрлө юлдар тәҡдим иткәйне.

Һәйкәлде тергеҙеүҙә бер-нисә вариант бар. Миҫалға, ҡурған өҫтөнә яңыртылған скульптура ҡуйыу. Башҡортостан символына әйләнгән һәйкәлде реставрациялау илдәге иң яҡшы белгестәр иңендә. Салауат Юлаевҡа бронзанан яңы һәйкәл 2027-се йылдың октябрендә ҡуйыласаҡ. Был турала республика башлығы белдерҙе.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, суйындан ҡойолған һәйкәл мотлаҡ ҡыйыҡ аҫтында булырға тейеш. Тергеҙелгән скульптураны ҡайҙа ҡуйыу тураһында йәмәғәт фекере өйрәнеләсәк.