Республикала юлдар торошона даими иғтибар бирелә

Шуға ла Башҡортостан юлдарҙағы авариялар һанының аҙлығы буйынса ун төбәк исемлегенә инде.
  • Республикала юлдар торошона даими иғтибар бирелә

Белгестәр әйтеүенсә, был, тәү сиратта, эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе. Юл инфраструктураһы яңыртыла, юлдарҙың хәүефле өлөштәре бөтөрөлә, хәрәкәтте ойоштороу камиллаша, ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтеү көсәйтелә. Шул сәбәпле 7 йылда юлдарҙа һәләк булыусылар 32 процентҡа кәмегән. Былтыр ғына Башҡортостанда 720 саҡырымда юлдар тәртипкә килтерелгән.

Быйыл иһә тағы ла 750 саҡырымда юлдарҙы яңыртыу ҡарала. Үткән ете ай йомғаҡтары буйынса республикала 1 мең 219 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Аварияларҙа 186 кеше һәләк булған.

Был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 8 процентҡа аҙыраҡ. Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостандың юлдарҙағы авариялар һанының аҙлығы буйынса ун төбәк исемлегенә инеүе осраҡлы түгел. Әле төбәк, муниципалитет-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙың 70 проценты тейешле талаптарға яуап бирә.