Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, яңы хәрби подразделение бөтә төр льготалар һәм ярҙам саралары менән тәьмин ителәсәк.
"Рәсәй" медиаүҙәгендә үткән матбуғат осрашыуында һүҙ яңы батальонға ҡушылыу шарттары тураһында барҙы.
Ул, тәү сиратта, яҡташлыҡ принцибы буйынса формалаша. Яңы батальонға илебеҙҙең башҡа төбәктәренән һәр кем ҡушыла ала.
Әгәр һеҙ Муса Гәрәев исемендәге батальонға ҡушылырға ҡарар итһәгеҙ, Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Батальонға яҙылыу буйынса һорауҙарҙы +7 995 948 65 41 телефонына шылтыратып белешергә мөмкин.







