Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында сәйәси фирҡәләр һәм кандидаттарға телевидение һәм радиола, гәзит-журналдарҙа агитация алып барыу өсөн ваҡыт йә урын бүлеү буйынса йәрәбә һалыу үтте. Ваҡыт 10 сәйәси партия һәм теркәлгән 45 кандидат араһында бүленә. Уларҙың өгөтләү сараларын 116 дәүләт учреждениелары, шул иҫәптән район һәм ҡала баҫмалары бушлай баҫтыра.
Һайлау алды кампанияһын һәм һайлауҙарҙы "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы ла яҡтыртып барасаҡ.







