Радий Хәбиров математика лицейы төҙөлөшө урынында күсмә кәңәшмә үткәрҙе

Унда мәғариф усағының концепцияһы тураһында белмәгән чиновниктарға бик ҡаты тәнҡит һүҙҙәре ишетергә тура килде.
  • Радий Хәбиров математика лицейы төҙөлөшө урынында күсмә кәңәшмә үткәрҙе
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың объект үҙенсәлектәрен белмәүе һәм ябай ғына һорауҙарға ла яуап бирә алмауы Республика етәксеһен аптырашта ҡалдырҙы.
Башҡортостан өсөн математика лицейы иң мөһим проекттарҙың береһе. Ул һәләтле балаларға тәғәйенләнгән һәм математика, информатика һәм программалау өлкәһендә белгестәр әҙерләү өсөн заманса кампус буласаҡ. Уның дөйөм майҙаны ғына 22 мең квадрат метр.
360 уҡыусыға иҫәпләнгән лицей-интернатта уҡык бүлмәләре, торлаҡ блоктар, спорт залдары, ашхана һәм китапхана урынлашасаҡ. Был лицей төҙөлөшөн Радий Хәбиров шәхсән күҙәтеүгә алған. Сөнки тап бында республиканың төрлө мөйөштәренән һәләтле балаларға юғары кимәлдәге белемгә юл асыласаҡ. Шуға ла уның асылыуын уғытыусылар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ашҡынып көтә.