Тулайым йыйым яҡынса 1 миллион 500 мең тоннаға еткән. Ауыл хужалығын заманса техника менән тәьмин итеү яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинлек бирә. Машина-технология компанияһы төп роль уйнай, уның паркында бөгөн 270-тән ашыу берәмек техника бар. Уларҙың барыһы ла тиерлек республика райондарында урып-йыйыу эштәренә йәлеп ителгән. Машина-технология компанияһы Башҡортостандың һәм Росагролизингтың уртаҡ эш һөҙөмтәһе. Республика Рәсәйҙең был компанияһы эшләй башлаған тәүге төбәге.
Ямғырлы көндәргә ҡарамаҫтан, республикала ураҡ эштәре йылдам бара
Ауыл хужалығы министрлығынанан хәбәр итеүҙәренсә, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары баҫыуҙарының өстән бер өлөшөнән ашыуы йыйып алынған.







