Ошо турала Төҙөүселәр Ассоциацияһының Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән күсмә ултырышында әңгәмәләштеләр. Цифрлы алмаш, төҙөлөш сценарийын моделләштереү, берҙәм цифрлы мөхит ярҙамында инфраструктураға баҫымды кәметергә, балалар баҡсаларында урындар етешмәүе, юлдарҙың таушалыуы һәм сауҙа кибеттәренең булмауы кеүек мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин. Заманса цифрлы ҡарарҙарҙы ҡулланыу төҙөлөш ойошмалары һәм фатир хужалары өсөн дә уңайлы.
Яңы торлаҡ хужаларына иң мөһиме нимә?
Әлбиттә, янда мәктәп, поликлиника булыуы, йорт ихаталары уңайлы һәм юлдың сифатлы булыуы мөһим.







