Һөҙөмтәлә табиптар пациенттарҙы тикшереүҙе һәм дауалауҙы оператив рәүештә төҙәтә алған. Беҙҙең ижади ттөркөм «Аҡыллы ярҙамсы» ның табиптарға нисек ярҙам итеүен күреп ҡайтты.
Лаборатория хеҙмәткәрҙәре ҡулынан тәүлегенә меңәрләгән пробирка үтә. Уларҙың төп бурысы материалдарҙы һайлап алыу һәм ҡоролмаға урынлаштырыу. Ә ҡалған эште автоматика үҙе башҡара, ҡандың ябай анализынан алып онкомаркерға тиклем тулы тикшереү үткәрә. Артабан анализ һөҙөмтәһе экранда күренә, биологтар мәғлүмәттәрҙе тикшереп раҫлағандан һуң уны табип үҙ бүлмәһендә компьютер аша ҡарай ала. Быға ни бары сәғәттән кәмерәк ваҡыт китә. Икенсе дәрәжә үҙәкләштерелгән клиник-диагностика лабораторияһы Өфөнөң 13-сө дауаханаһында урынлашҡан һәм Волга буйы федераль округында иң эре трек системаларының береһе булып тора. Автоматлаштырылған конвейер анализ өлгөләрен тикшерә һәм уларҙы һаҡлай.Үҙәкләштерелгән лабораторияла трек линияһын индереү табиптарға тикшереү ваҡытын ҡыҫҡартырға һәм хаталарҙы кәметергә мөмкинлек биргән. Сөнки быға тиклем анализдар аҙнаһына бер тапҡыр ғына башҡарыла, ә ҡан өлгөләре үҙ сиратын туңдырылған килеш көтә. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһында яһалма зиһен технологияларын ҡулланыу даирәләре көндән-көн киңәйә. Мәҫәлән Кт, МРТ һәм маммограмм һөҙөмтәләрен анализлауҙа ла хәҙер "аҡыллы ярҙамсы” ҡулланыла. Йыл башынан ғына 160 меңдән ашыу күсемрмә тикшерелгән.Яһалма зиһен шулай уҡ хәҙер табип ҡарарҙарын ҡабул итеүҙә лә ярҙамлаша. Был ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, 45 процент осраҡта алгоритмдар төрлө патологияларҙы асыҡлаған һәм был табиптарға пациенттарҙы ҡабаттан тикшереү һәм дауалау тактикаһын ваҡытында төҙәтергә мөмкинлек биргән.Шуныһы мөһим, яһалма зиһен – ул табипҡа алмаш түгел, ә төп ярҙамсы. Өфөнөң 13 дауаханаһында 5 йылдан ашыу һөйләшеүсе яһалма интеллект та ҡулланылып килә. Ул контак-үҙәк операторҙарына кире бәйләнеште булдырырға ярҙам итә.Киләһе аҙым – матди-техник базаны нығытыу ғына түгел, ә радиологик лаборатория хеҙмәтен үҫтереү: тап унда унда ҙур аналитик потенциал һаҡлана.







