Республика башлығы эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында булды

Радий Хәбиров эш сәфәрен үҙ емеш-еләктәрен махсус сауҙа рәттәрендә һатҡан баҡсасылар менән аралашыуҙан башланы.
  • Республика башлығы эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында булды

Төбәк башлығы баҡсаларҙа һыу, газ барлығы, баҡсасыларҙы ниндәй мәсьәләләр борсоуы менән ҡыҙыҡһынды. Ҡала хакимиәте башлығы әйтеүенсә, баҡса йорттарына юлдар һалына. Һатыусылар пенсионерҙар өсөн “Алға” картаһы мөмкинлектәрен бик юғары баһаланы. Радий Хәбиров ғаилә ағзалары өсөн уларҙан емеш-еләк тә һатып алды.