Ә киләһе йылда урамды тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу ҡарала, бында тротуарҙар, велосипед юлдары һәм фонарҙар буласаҡ. Ошо турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Проект бер йылда ғына тормошҡа ашырыла торған эш түгел. Бында инвесторҙар ярҙамы талап ителгән мәҙәни мираҫ объекттары күп. Йорттар баш ҡаланың туристик картаһында лайыҡлы урын алып, музей, сувенир кибеттәре, кафе һәм ресторандар урынлашырға тейеш. Алда эштәр бихисап, бәлки, ул беҙ теләгәндән яйыраҡ баралыр. Әммә, беҙ был масштаблы проекты мотлаҡ тамамлаясаҡбыҙ – Өфө һәм республика халҡы был матурлыҡҡа лайыҡ, тип яҙа Радий Хәбиров.
Өфө Арбаты - Октябрь Революцияһы урамы ла яйлап яңыра бара
Тиҙҙән уның Цюрупа һәм Воровский урамдары арауығы төҙөкләндерелеп бөтөп бер айҙан хәрәкәт асыла.







