«Динамо-Урал» клубы өсөн яңы миҙгел үҙгәрештәрҙән башлана. Командала дүрт яңы уйынсы, тимәк, тренерға уйынсыларҙы физик яҡтан әҙерләү генә түгел, ә майҙансыҡта үҙ-ара эш итеүҙе яңынан төҙөү бурысы тора.Андрей Сурмачевский Өфөгә ҡайтты — уйынсы «Динамо-Урал» командаһы өсөн уйнап та өлгөргөн. Ә Бына Игорь Тисевич өсөн был команда яңы. Ул Петербург «Зенитынан " килгән. Әле команданың капитаны тип тә тәғәйенләнгән.
Яңылар рәтендә блок ҡуйыусы Андрей Ананьев һәм Либеро Петр Лазуко ла бар.Состав ҡына түгел, етәксе лә үҙгәргән. Андрей Толочко-«Динамо-Урал»дың яңы баш тренеры. Бер үк ваҡытта ул Белоруссия йыйылма командаһын да етәкләй, шуға күрә хәҙер Өфөлә күнекмәләр менән өлкән тренер етәкселек итә.
Әлегә яңы "Динамо-Урал" үҙенең уйынын яйға һала ғына. Яңы уйынсылар партнерҙарын өйрәнә, команда яңы тренерҙың талаптарына күнегә. Ә инде көйәрмәндәргә тәүге яуаптарҙы миҙгел алды уйындары күрһәтер.Күнекмәләр- ул волейбол ғына түгел. Программала йылыныу ҙа, футбол элементтары ла бар.Былар барыһы ла сыҙамлыҡты һәм координацияны үҫтереү өсөн. "Динамо-Урал" яңы миҙгелгә яңы состав менән көс туплаған арала Өфө көслө йыйылма командаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә.21 августан 3 көн дауамында көрәш Һарайы майҙансығында Рәсәй, Куба, Иран һәм Белоруссияның дүрт йыйылма командаһы осраша. Ҙур халыҡ-ара волейбол «Динамо — Урал» уйынсыларына ла яңы офоҡтар асыр тигән өмөт бар.







