Махсус хәрби операция ветерандары Өфөнөң балалар йортона йорт йыһаздары бүләк итте

Яугирҙар махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы менән берлектә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәген шефлыҡҡа алған.
  • Махсус хәрби операция ветерандары Өфөнөң балалар йортона йорт йыһаздары бүләк итте

Үҙәктә яңыраҡ ҡына ремонт эштәре тамамланған. Йорт йыһаздары бында бик кәрәк ине. Етем балалар өсөн яңы шкаф һәм карауаттарҙы махсус хәрби операция ветерандары алған. Яугирҙар үҙҙәре килтереп, йыйырға ҡарар иткән.

Үҙәк тәрбиәләнеүселәре иһә ярҙам итә. Төркөмдә 10-ға тиклем бала һәм һәр береһен ғаилә тип атайҙар. Бына береһе үҙ ҡатына күсенеүҙе көтә. Һәр ҡатта алты бүлмә, бәҙрәф, уҡыу кластары һәм аш бүлмәһе бар. Унда балалар үҙҙәре өсөн ризыҡ әҙерләй ала. Махсус хәрби операция ветераны Александр Волков фронттан ҡайтҡас ағас эше менән булыша башлай. Уның тәжрибәһе бында ла кәрәк булды.

Балалар өсөн ул ағас ҡоймалар эшләгән һәм учреждение биләмәһе матурланып ҡалған. Махсус хәрби операция ветерандары үҙ чатында кемгә һәм ҡайҙа ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында фекер алыша. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенә улар беренсе тапҡыр ғына килмәй. Эдуард Исмәғилев, мәҫәлән, улы менән йыш килә һәм ярҙам ҡулы һуҙа. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән аралашыу башланғандан алып яугирҙар 16 карауат, шкафтар, ултырғыстар, ике аш-һыу бүлмәһе гарнитуры, балалар өсөн аяҡ кейемдәре һатып алған. Яҡтар араһында дуҫлыҡ нығына ғына бара.Ветерандар шефлыҡты туҡтатырға йыйынмай. Ир-егеттәр үҙҙәре, иптәштәре һәм ил өсөн яуаплылыҡ тигән төшөнсәне яҡшы аңлай.