Социаль координаторҙар өсөн курстар

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙары өсөн белемде камиллашытырыу курстары ойошторолдо.
  • Социаль координаторҙар өсөн курстар

Республикала әле 150 белгес эшләй. Программа хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән көндәлек эш алып барыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙың төп маҡсаты - яугирҙарҙың тыныс тормошҡа ҡайтыуын мөмкин тиклем уңайлы итеү. Был курстарҙа социаль координаторҙар ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе, медиация нигеҙҙәрен һәм мәғлүмәт именлеген өйрәнәсәк.