Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса республика беренселеге үтте

Тулыраҡ: Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса республика беренселеге үтте

Турнирҙа 12-нән 20 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашты. Көс, түҙемлек, тиҙлек һәм етеҙлек. Ҡатнаш алыш менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла шундай сифаттарға эйә. Әммә спортта, ғәҙәттәгесә, еңеүселәр ҙә булырға тейеш. Үҫмерҙәр араһында ММА буйынса республика беренселегендә көслөләрҙе асыҡланылар ҙа инде. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән 18 клуб, йөҙҙән ашыу спортсы. Ҡатнашыусыларҙың иң кесеһенә 12 йәш. Ғөмүмән, был спорт төрөнә биш йәштән алалар. Шуға ла балалар был ҡатмарлы спорт үҙенсәлектәрен яҡшы өйрәнеп, алыш майҙанына сыға. Бигерәк тә, Стәрлетамаҡтан килгән спортсылар бил бирмәй. 15 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр татамила алыша. Ә өлкәнерәктәр инде рингта көс һынаша. Был ҡатнаш алыш бәйгеһе ҡағиҙәләре һәм спортсыларҙың хәүефһеҙлегенән сығып эшләнә. Сөнки бәләкәйерәк бәйгеселәрҙең был алыш майҙанынан ҡолап төшөүе ихтимал. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы милләттең сәләмәт һәм көслө заттарҙың ысын ир-егет булыуҙарын хуплай. Шуға ла ҡатнаш алыш бәйгеһе буйынса Башҡортостан беренселегенендә иң көслө командаларға кубоктар әҙерләне. Турнирға спортсылар едти әҙерлек менән килгән. Шуға ла иң көслө исемен алыу еңелдән булманы. 12 –13 һәм 14-15 йәшлек спортсылар араһында Александр Суворов исемендәге көрәш академияһы көслө булып сыҡты. Уларға беҙҙең компанияның ике кубогы тапшырылды. Ә 18-20 йәшлектәрҙән Өфөнән “Юнармия” үҙәк спорт клубы еңеүсе исемен алды.Ҡатнаш алыш бәйгеһе – һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешкән спорт төрө. Йәш быуындың ошо йүнәлеште үҙ итеүҙәре уларҙы физик яҡтан нығыта һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәй. Еңеүселәр артабан Рәсәй беренселегендә ҡатнаш алыш бәйгеһе буйынса республика данын яҡлаясаҡ.