Беренсе сентябрь балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә мөһим ваҡиға

Был көндө именлек сараларын да көсәйтергә кәрәк. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
  • Беренсе сентябрь балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә мөһим ваҡиға
Ултырышта ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин.
Башҡортостан үҙенең кешеләре менән ғорурлана. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ултырышта махсус хрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға Генерал Шаймортаов ордены һәм миҙалы тапшырылды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, субьект алғы һыҙыҡтағы "Башҡортостан" полкына һәр саҡ даими ярҙам күрһәтәсәк.
Башҡортостандың тимер юлдарында яңы "ҡоштар". Пассажирҙарҙы хеҙмәтләнлергән "Финист", "Орлан", "Ҡарлуғас" составтарының дөйөм һаны теүәл 10 берәмек. Радий Хәбиров әйтеүенсә, экспресстар республиканы Урал һәм Волга буйы төбәктәре менән тоташтырыу мөмкинлеген бирә.
Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостан уҡытыусыларын да яңылыҡтар көтә. Республика башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, мөғәллимдәрҙе эш урындарында яҡлау өсөн ҡағиҙәләр рәсми йәһәттән яҡланасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта, республика уҡыусылары Олимпиадалар һөҙөмтәһе буйынса Рәсәйҙең "иң яҡшы 5 субьекты" тип танылды.
Шулай ҙа бөгөн төп иғтибар – ураҡҡа. Һауа торошоноң ҡатмарлы булыуы сәбәпле, хужалыҡтар көнөнә ни бары 20 мең гектарҙа игенде йыя. Шуға ҡарамаҫтан, ширҡәттәр ырҙын табаҡтарына 1 миллион 700 мең тонна ашлыҡ ташыған. Иң ҡыҙғанысы – иген сифатын юғалта.
Теүәл бер аҙнанан иһә Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылында үҙ ишектәрен аса. Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, быйыл 41 меңдән ашыу бала беренсегә әлифба биттәрен аса. Ғөмүмән, белем биреү усаҡтарының әҙерлегенә әлегә "бишле" билдәһен ҡуйырға иртәрәк. Шул уҡ ваҡытта, быйылдан дәрестәр теҙмәһе лә үҙгәрә.
Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев иһә проблемалы мәғариф учреждениелары исемлеген дә атай.
Ә бына Башҡортостанда кино өлкәһендә айырыусы ҡатмарлыҡтар күҙәтелмәй. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина һүҙҙәренә ҡарағанда, республика тамашасылары Рәсәйҙә кино һөйөүселәре кеүек популяр таҫмаларҙы ҡарай ҡалмай. Әммә, һәр райондарҙа ла кино өсөн бина юҡ. Тик кино өсөн бүленгән субсидиялар ғына аҙ. Быйыл ул миллион һум булһа, киләһе йыл сумма 20 тапҡырға артасаҡ.
Башҡортостан башлығы һайлауҙарға әҙерлек тураһында ла онотмаҫҡа саҡыра. Әммә, төп бурыстар исемлегендәге беренсе урында – балаларҙың яңы уҡыу йылындағы хәүефһеҙлеге.