Благовещен үҙенең 270 йыллығын билдәләне

Үҙенең сәнәғәте менән дан алған ҡалала йәшәүселәрҙе республика башлығы байрам менән ҡотланы.
  •  Благовещен үҙенең 270 йыллығын билдәләне
Радий Хәбиров эш сәфәре сиктәрендә балалар поликлинкаһы һәм мәктәп менән танышты. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов сюжеты.
Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан был ҡала бай тарихи мираҫы, сәнәғәт ҡеүәте менән дан алған. Әле бында 35 мең кеше йәшәй. Ҡала халҡын һәм урындағы арматура заводын байрам менән Радий Хәбиров ҡотланы.
Махсус хәрби операция башланғас, беҙҙең яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында Благовещен ҡалаһында йәшәүселәр ҙә берләште. 2022 йылдан ҡаланан 90 гуманитар йөк оҙатылған.Ҡаланың юбилейы уңайынан скейт парк асылды.
Радий Хәбиров яңы ғына асылған балалар поликлиникаһы эше менән танышты. Ул "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.
Республика башлығы шулай уҡ беренсе гимназияла ла булды. Киләһе йыл ул үҙенең 120 йыллығын билдәләй. Бында 50 йыл самаһы бер тапҡыр ҙа кампиталь ремон эшләнмәгән. Радий Хәбиров уҡыу йортон ҡарап сыҡты һәм бындай мәктәптәрҙә ваҡытында ремон үткәреү кәрәклеген билдәләне.Эш сәфәре аҙағында Радий Хәбиров муниципалитеттың граждандар йәмғиәте институттары активы менән осрашып иҡтисад, социаль өлкә үҫешен тикшерҙе. Беҙҙең төп маҡсатмахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам һәм йәмғиәтте туплау тине республика башлығы.