Бөрөлә тарихи тергеҙеү фестивале үтте

Ул илебеҙҙең төрлө төбәктәренән иң яҡшы хәрби-патриотик клубтарҙы берләштерҙе.
  • Бөрөлә тарихи тергеҙеү фестивале үтте
Байрамды 12 мең самаһы кеше килеп ҡараны. Был фестиваль 12-се тапҡыр ойошторола. Унда килеүселәрҙең барыһы ла күңеленә хуш килгән шөғөл таба алды. Байрамға республика башлығы ғаиләһе менән килгәйне.Радий Хәбиров был фестивалдә тәүге тапҡыр. Улдары менән хәрби тергеҙеүҙе айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Ҡасандыр урындағы реконструкторҙарҙың тәҡдиме менән башланған был сара хәҙер инде күләмле фестивалгә әйләнде. Республиканың картаһында туристарҙы йәлеп итерлек тағы ла бер урын барлыҡҡа килде.