Өфөнөң Көрәш һарайында волейбол буйынса халыҡ-ара турнир тамамланды

Иптәштәрсә уйында Рәсәй йыйылма командаһына етеүсе булманы.
  • Өфөнөң Көрәш һарайында волейбол буйынса халыҡ-ара турнир тамамланды
Беҙҙең волейболсылар Иран йыйылма командаһын 3-1, Беларусь спортсыларын 3-0 һәм Куба вәкилдәрен 3-0 иҫәбенә ҡыйратты. Халыҡ-ара иптәштәрсә уйындар ил волейболы өсөн мөһим булып тора, Рәсәй йыйылма командаһы донъя чемпионаттарынан ситләтелгәндән һуң халыҡ-ара майҙанда сығыш яһағаны булманы.