Затонда март айында янып юҡҡа сыҡҡан дебаркадер урындағы халыҡ һаулығына хәүеф менән янай. Баржа эсендә ҡалған мазуттың, хәҙер, ташҡын ваҡытында йылғаға ағып төшөү ихтималлығы ҙур. Асыҡланыуынса, махсус бункерҙа яҡынса 3 тонна яғыулыҡ ҡалған. Хәҙер иһә республиканың төп һыу артерияһы тап дебаркадерҙы йыуып, унда һаҡланған мазутты ла йылғаға ағыҙыуы бар, ти Затон биҫтәһендә йәшәүселәр. Ул саҡта инде, экологик бәлә тыуыуы мөмкин.
Өфөлә экологик бәлә тыуыуы ихтимал
Тулыраҡ: Өфөлә экологик бәлә тыуыуы ихтимал