Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Владимир Путин “Сатурн” фәнни-етештереү берекмәһенә сәфәре ваҡытында кораблдәр өсөн газ-турбиналы двигателдәр эшләүгә старт бирҙе. Улар Украина двигателдәрен алмаштырырға тейеш.

Дамаск янында урынлашҡан Әль-Ҡабул кварталында Сүриә армияһы менән экстремистар араһында ҡаты алыштар бара. Хөкүмәт ғәскәрҙәре террорсыларҙы ут менән тәьмин итеүсе электр станцияһы эргәһендәге ер аҫты тоннелен ҡулға төшөргән.

Липецк өлкәһенең Лебедянь ҡалаһында Пепсико заводының ҡыйығы емерелеү сәбәпле урамдарҙан йылға булып һут аҡҡан. Ҡалаға экология лабораторияһы ебәрелгән.

Испанияла паром пирсҡа килеп бәрелгән. 3 кеше яраланған. Навиера Армас компания ҡарамғындағы паромдың ни сәбәпле аварияға осрауы билдәле түгел. Әммә капитан был хәлде электр менән тәьмин итеүҙә өҙөкләктәр булыу шул сәбәпле идараны юғалтыу менән аңлатҡан.