Республикала тағы ла 45 әсәнең күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәне

Тулыраҡ: Республикала тағы ла 45 әсәнең күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәне

Республикала тағы ла 45 әсәнең күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәне.

Дәүләт наградаларын хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы. 1998 йылдан алып был сара 130-сы тапҡыр уҙа. Миҙал алған һәр әсә батырға тиң, шуға ла һәр тантана тулҡынланыу тойғоһо уята, ти хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. Ул гүзәл заттарҙы тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе.45 әсә. Төрлө милләт вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләре. Уларҙың барыһын да балаларға булған һөйөү берләштерә. Башҡортостандың төрлө тарафтарынан килгән ҡатындар араһында хужабикәләр, ауыл эшсәндәре, эшҡыуарҙар бар. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһының төп һөнәре – ул әсә булыу.Республикала әлеге ваҡытҡа 7 134 ҡатындың күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәй. Һәр береһе кәмендә биш сабыйға ғүмер биргән тип иҫәпләгәндә лә, ишле ғаиләләрҙә 36 меңгә яҡын бала тәрбиәләнә.