Мин башҡортса һөйләшәм

Стәрлетамаҡта «Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале үтәсәк.
  • Мин башҡортса һөйләшәм

Программаның төп өлөшө — open-air концерт. Сәхнәлә «Бүреләр», BABY Ti һәм Тимур Ямалов сығыш яһаясаҡ. Сараны Динара Ғәлләмова һәм Салауат Заманов алып бара. Фестиваль заманса мәҙәни форматтар һәм музыка аша башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Ойоштороусылар башҡорт теленең тарихи һәм мәҙәни мираҫтың бер өлөшө генә түгел, ә заманса ҡала тормошоноң тәбиғи теле булыуын күрһәтергә теләй.