Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Башҡортостанға килде

Республика йортонда Оксана Лутты Радий Хәбиров ҡабул итте.
  • Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Башҡортостанға килде

Унда быйылғы ураҡ компанияһы, ауыл хужалығында яңы технологиялар тураһында һүҙ барҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала ауыл хужалығына ҙур иғтибар бирелә. Әйтәйек, үткән ете айҙа ғына агро сәнәғәт комплексы өсөн 9 миллиард 400 миллион һумға 1 мең 400 техника һатып алынған.