Талаптарҙы боҙоусыларға 20 меңдән 40 мең һумға, юридик шәхестәргә тауарҙы конфискациялап 100 меңдән 300 мең һумға тиклем штрафтар ҡаралған. Республикала шулай уҡ йәштәр көнөндә, яңы йыл каникулдары осоронда, һуңғы ҡыңғырау байрамдары һәм һабантуйҙар ваҡытында спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған. 1 сентябрҙән илдең барлыҡ мәктәптәрендә телефондар менән ҡулланыу ҙа тыйыла. Ошо турала Мәғрифәт министрының бойороғо бар. Тәнәфестәрҙә уны ҡулланыу йәки ҡулланмауҙы һәр мәктәп үҙе хәл итә.







