Өфөгә "Геройҙар поезы" туҡталды

Үҙ пассажирҙарын ул ҡаланан ҡалаға ғына түгел,ә Рәсәй тарихы биттәре буйынса йөрөтә.
  • Өфөгә "Геройҙар поезы" туҡталды
Йөҙҙән ашыу уҡыусы-кадеттар, юнармеецтар һәм олимпиадалар еңеүселәре араһында республиканан да ике уҡыусы бар.Был поездға ултырыу өсөн билет түгел, ә ҡаҙаныштар кәрәк.
"Беҙҙең ихата геройҙары"-"Рәсәй геройҙары" проектында ҡатнашыусылар Өфөгә дүртенсе тапҡыр килә. Поезд Новосибирск, Төмән, Екатеринбург, Өфө, Ҡазан, Түбәнге Новгород һәм Мәскәү ҡалалары аша үтә. Һәр ҡалала йәш пассажирҙар экскурсиялар аша ил тарихы менән таныша. Проект авторы Александр Борматов махсус хәрби операция ветераны. Шуға ла маршрут дауамында хәрби-патриотик тәрбиәгә етди иғтибар бирелә.