Быйыл республикала 144 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла

Өфөлә, мәҫәлән, Баланов паркы, Рихард Зорге исемендәге сквер үҙгәртеп ҡорола.
  • Быйыл республикала 144 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла

Нимәләр яҡшырыр һәм ҡала халҡын ниндәй яңылыҡтар көтә?

Рәсми булмаһа ла был сквер Рихард Зорге исемен оҙаҡ йылдар йөрөтә, 2023 йылда ғына был ғәҙелһеҙлек бөтөрөлдө. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда шымсы Мәскәү өсөн мөһим мәғлүмәттәр таба. Билдәле булыуынса, ул фашистик Германияның СССР-ға ҡасан һөжүм итәсәген алдан хәбәр иткән. Бында Рихард Зоргеның һәйкәле урынлашасаҡ. Шулай уҡ, йәйәүлеләр өсөн яңы юл һалына, "Таҙа күк" программаһы буйынса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла һәм башҡа эштәр атҡарыла. Төҙөкләндереү "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса алып барыла. Был скверҙы булдырыу башланғысы менән урындағы халыҡ сыҡҡан. Хәҙер инде күп ҡалмаған, эштәр быйыл тамамланырға тейеш.

Халыҡ Дим биҫтәһе паркын йышыраҡ ағастар күпләп үҫкән урын кеүек ҡабул итә. Әммә, ул яйлап ял зонаһына әйләнә бара. Баланов паркын төҙөкләндереү башланды, 23 гектар биләмәнең 4 гектар ярымында эштәр гөрләй. Өс йыл эсендә бында балалар һәм спорт майҙансыҡтары, амфитеатр, саңғыроллер һәм тюбинг трассаһы, башҡа яңы биләмәләр барлыҡҡа киләсәк.Ә әлегә был урын төҙөлөш майҙансығына оҡшаған.Әгәр Зорге исемендәге скверҙа эштәр аҙағына яҡынлашһа, Баланов паркында яңы башланып ҡына тора. Бында өс этапта төҙөкләндереү атҡарыла. Беренсеһе – яңы юлдар, яҡтыртыу ҡорамалдары, бәләкәй архитектура формалары, балалар һәм спорт майҙансыҡтары. Был эштәр быйыл башҡарыла, ә киләһе йылда яңы үҙгәрештәр көтөлә.