Өфөгә Бөтә Рәсәйҙән 500-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ йыйылды

Гүзәл заттар "Барыһы ла еңеү өсөн!", тип аталған беренсе республика ҡатын-ҡыҙҙар форумында ҡатнаша.
  • Өфөгә Бөтә Рәсәйҙән 500-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ йыйылды
Сара "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" башланғысы менән үтте. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ҡунаҡтар өсөн республиканың ирекмәндәр штабы әҙерләгән күргәҙмә ойошторолдо. Ҡатнашыусылар махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ҡатын-ҡыҙҙар ҡулы менән ниндәй ҙур ярҙам йыйылыуын күрә алды. Маскировка селтәрҙәренән алып йылы кейем, аҙыҡ-түлек – барыһы ла беҙҙең яҡташтарыбыҙ өсөн әҙерләнгән. Форумдың эшлекле өлөшөндә бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды. "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" Республика халыҡ ижады үҙәге һәм башҡа ойошмалар менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытты.
Әйткәндәй, тиҙҙән "Ватанды Һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина "Бергәләп еңербеҙ" Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан тәжрибәһен тәҡдим итеү һәм федерацияның башҡа субъекттарындағы коллегаларынан иң яҡшы тәжрибәләрҙе үҙләштереү өсөн Мәскәүгә юллана.