Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өбәктә ҡаҙанлыҡтарҙың эше өсөн 16 мең тоннанан ашыу шыйыҡ яғыулыҡ запасы тупланған, был пландың 84 проценты. Быйыл күп фатирлы 15 мең йортто, ҡаҙанлыҡтарҙы һәм меңәрләгән километр йылылыҡ трассаһын ҡышҡа әҙерләргә кәрәк. Өфөлә йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын ремонтлау эштәре 15 сентябргә тамамланасаҡ.
Башҡортостанда көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек дауам итә
Әлегә коммуналь инфраструктураның йылытыу миҙгеленә әҙерлеге 68 процент.







