Баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн быйыл күпме аҡса кәрәк?

Мәктәп баҙарҙарында тауар күп.
  • Баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн  быйыл күпме аҡса кәрәк?

Йәнең теләгәнде һайлап алырға мөмкин. Ул бер үк ваҡытта арзан да, сифатлы ла, уңайлы ла булырға тейеш. Ҡайһы бер эре сауҙа үҙәктәрендә мәктәп кәрәк яраҡтары менән сауҙа июнь айында уҡ башланды. Быйыл ҡыҙҙар өсөн мәктәп комплекты 8 мең, малайҙар өсөн 7 мең самаһына төшә. Бынан тыш, канцелярия йыйылмаһы да кәрәк.