Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Башҡортостанға килде

Республика йортонда Оксана Лутты Радий Хәбиров ҡабул итте.
  • Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Башҡортостанға килде

Унда быйылғы ураҡ компанияһы, ауыл хужалығында яңы технологиялар тураһында һүҙ барҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала ауыл хужалығына ҙур иғтибар бирелә. Әйтәйек, үткән ете айҙа ғына агро сәнәғәт комплексы өсөн 9 миллиард 400 миллион һумға 1 мең 400 техника һатып алынған. Федераль министрҙың Башҡортопға эш сәфәре тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.

Был климатик камераларҙа борсаҡтың онтогенез стадияһы аннотацияһын асыҡлайҙар. Ябай тел менән әйткәндә, орлоҡтоң үҫеше барышы тикшерелә. Стереокамералар, яһалма аҡыл, һәм башҡалар үҫемлектең 3д форматын яһарға, параметрҙарын билдәләргә ярҙам итә. Селекция өсөн иң мөһиме – ваҡыт. Быға тиклем орлоҡтоң шытып сығыуынан алып, уның ниндәй уңыш бирәсәген белеү өсөн 10 йыл кәрәк булһа, хәҙер өс йыл да етә. Уҡыу йортоноң агронетика үҙәге эше менән хәҙер Рәсәй ауыл хужалығы министры Оксана Лут та яҡшы таныш.

Башҡортостандың аграр сәйәсәте бөгөн мәғариф, фән һәм ауыл хужалығы талабына ҡоролған. Былтыр ғына ошо йәһәттән 970 миллион һум бүленгәйне. Был сумма аграр университеттың икенсе корпусын яңыртыуға, аграр класстар асыуға, студенттарға ярҙам итеүгә тотонолдо.

Радий Хәбиров һәм Оксана Лут прогрессив технологиялар үҙәге менән дә танышты. Бында генетика һәм эмбриология йүнәлештәре өйрәнелә. Һуңғыһына килгәндә, ул тоҡомло мал көтөүҙәрен үрсетеүгә кәрәк. Импортланған биоматериалдарҙы Рәсәйҙеке алыштырырға тейеш. Өфөләге федераль тикшереү институтындағы лабораториялар ҙа бөгөн малсылыҡ өлкәһендә полимер химия һәм геном технологиялары өйрәнелә. Ғалимдарҙың тәжрибәләре тауыҡ, сусҡа һәм йылҡы малдары ДНКларына бәйле. Бөгөн, мәҫәлән, биобанкта 10 мең баштан ашыу сусҡаның генетик мәғлүмәте һаҡлана.

Башҡорт аттары геномы ла иғтибар үҙәгендә. Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы бөгөн ауылды үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу, тышҡы баҙарҙарға сығыу кеүек маҡсаттарҙы билдәләй. Әйткәндәй, ошо тармаҡта бөгөн 50 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә. Федераль министр менән осрашыуҙа был мәсьәлләр ентекле өйрәнелде. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы ла Башҡортостанға отошло проект. Уның ярҙамында республикала 760 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта алған. Газ, һыу, юлдар – быларҙың барыһы ла көндәлек эштәрҙең сағылышы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм федераль министр аграр секторҙа оҙайылы һәм лайыҡлы эшләгәндәргә дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Радий Хәбиров һәм Оксана Лут кампус эше менән дә танышты. Был үҙәк тә бөгөн ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Ғалимдар биопрепараттар уйлап сығара, селекция йүнәлешен өйрәнә. Әйткәндәй, уҙған йыл башҡорт аграрийҙары 290 миллиард һумлыҡ тауыр етештергән.