Махсус хәрби операция шарттарында граждандар йәмғиәтенең трансформацияһы арналған фекер алышыу был форумдың төп өлөшө буласаҡ. Унда республика башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй президенты кәңәшсеһе, граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Рәсәй президенты ҡарамағындағы совет рәйесе Валерий Фадеев ҡатнаша. Граждандар форумында рәсәйҙең 19 субъектынан 700 кеше ҡатнаша. Өфөгә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, йәмәғәт палаталары вәкилдәре, махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ирекмәндәр, уғытыусылар, табиптар, психологтар, дәүләт власы органдары, руханиҙар килде. Башҡортостанда Граждандар форумы 2014 йылдан үткәрелеп килә. Ошо осорҙа ул фекер алышыу майҙансығы ғына түгел, ә граждандар йәмғиәте институттарын һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы яҡлау системаһын үҫтереүҙә төп сараға әйләнде.
Өфөлә "Торатау" конгресс холында республиканың Граждандар форумы эш башланы
Һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән был мөһим сара дәүләт власы органдары, йәмәғәт институттары, әүҙемселәрҙең мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү майсансығына әйләнде.







