Был уҡыу йортоноң үҙенсәлеге шунда — бында дәрес парта артында башланып лабораторияла, киностудияла йәки спорт майҙансығында дауам итеүе ихтимал. Бишенсе кластан алып уҡыучылар үҙҙәрен төрлө профессияларҙа һынап ҡарай ала. Глумилинолағы яңы мәктәп "Өфө-450" мәғариф комплексының бер өлөшө һәм 88-се мәктәптең икенсе корпусы. Уны асыу тантанаһында Радий Хәбиров һәм видеоэлемтә режимында Рәсәй президенты Владимир Путин ҡатнашты. 88-се мәктәптең иҫке корпусы ла эшен дауам итә.
Радий Хәбиров уҡытыусылар менән аралашты. Яңы корпуста тәбиғи фәндәргә, технологияларға һәм патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә. Биоинженерия, химия һәм биологияны тәрән өйрәнеү, кадет кластыра-һайлау ҙур.







