Гөлләмә хаҡы күпме?

Белем көнө алдынан букет һатып алырға теләүселәр арта.
  • Гөлләмә хаҡы күпме?

Классик гөлләмәләрҙән тыш, магазин кәштәләрендә төҫөнә һәм бюджетҡа ҡарап төрлө композициялар тәҡдим ителә. Ҙур булмаған һәм ыҡсым ғына гөлләмәнең хаҡы 1 мең ярым һумдан башлана. Арзанлы сәскәләр йә хризантемаларҙан монобукет уртаса 2 мең ярым һум. Ә бына матурыраҡ һәм байыраҡ гөлләмәләр 3-4 мең һумға төшә. Һуңғы ваҡытта класс исеменән уҡытыусыға бер гөлләмә бүләк итеү, ә ҡалған аҡсаны хәйриә фонды иҫәбенә күсереү тәжрибәһе таралған. Граждандар кодексының 575-се статьяһына ярашлы, уҡытыусыға бүләк 3 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.