Беренсе сентябрҙән 502 мең уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башлана

Беренсе сентябрь балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә мөһим ваҡиға.
  • Беренсе сентябрҙән 502 мең уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башлана

Был көндө именлек саралары уғата көсәйтеләсәк. Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. Республиканың бөтә мәктәптәре лә тиерлек яңы уҡыу йылына әҙер. 1 сентябрҙән 502 мең уҡыусы, шул иҫәптән 41 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн яңы уҡыу йылы башлана. Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, мәғариф системаһын яңыртыу программаһына 36 учреждение ингән. Һуңғы биш йылда Башҡортостанда 91 меңдән ашыу бала уҡыған 217 дөйөм белем биреү ойошмаһы капиталь яңыртылған. Бынан тыш, республиканың 879 мәктәбе физика, музыка, рәсем буйынса уҡыу кабинеттары, 233 миллион һумлыҡ өсөн яңы ҡорамалдар алған. Дәреслектәр менән тәьмин итеү өсөн 1,2 миллиард һум ҡаралған. Яңы уҡыу йылы башланыуға әҙерлек сиктәрендә мәғариф объекттарын янғын хәүефһеҙлегенә һәм террорға ҡаршы һаҡлауға, 57 мең уҡыусыны йөрөткән 1 мең 633 мәктәп автобусын тикшереүгә етди иғтибар бүленгән. Мәғариф системаһындағы төп яңылыҡ – 2-8 класс уҡыусыларына тәртип өсөн билдә ҡуя башлау. Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостан уҡытыусыларын да яңылыҡтар көтә. Республика башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, мөғәллимдәр буллинг кеүек күренештәрҙән рәсми йәһәттән яҡланасаҡ. Яңыраҡ республикала уҡытыусыларҙы өҫтәмә яҡлау буйынса саралар тураһындағы указға ҡул ҡуйылды. Тап ошо документ уларҙың статусын күтәрергә ярҙам итәсәк тә инде.