Психология спецназы

Республика башлығы мәктәптәрҙә "психология спецназы" эшен көсәйтергә ҡушты.
  • Психология спецназы

Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә был эштең мөһимлеген билдәләп мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы психологик яҡтан яҡлап именлек тәьмин итеү бик мөһим, тип белдерҙе. Бынан ары мәктәп директорҙары һәм уларҙың урынбаҫарҙары менән осрашыуҙар даими үткәреләсәк. Хәбәрсебеҙ Ғ әзиз Лоҡманов репортажы.

Оператив кәңәшмәне Радий Хәбиров матур йолаға әүерелгән тәбрикләү сараһы менән асып ебәрҙе. Махсус хәрби операция ветерандары Айнур Назипов һәм Фәнил Ғилметдиновҡа Миңлеғәле Шайморатов Ордендары тапшырылды. Награда алыусылар араһында Ҡытайҙа үткән иҡтисад буйынса халыҡ-ара олимпиадала икенсе урын яулаған Стәрлетамаҡ уҡыусыһы Руслан Әминов та бар, ул Республика Башлығы Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Радий Хәбиров иҡтисад буйынса ярты йыллыҡ һөҙөмтәләрҙе иғлан итте. Сәнәғәт буйынса күрһәткестәр яҡшырған – 8,4 процентҡа артҡан.

Үткән аҙналағы сараларҙы барлағанда тәрбиә эштәре буйынса мәктәп директорҙары урынбаҫарҙары менән осрашыуға айырым туҡталып үтте Республика етәксеһе. Радий Хәбиров был осрашыуҙарҙы системалы рәүештә уҙғарыу бурысын ҡуйҙы.

Цифралаштырыу буйынса советтың беренсе ултырышында Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән халыҡ мөрәжәғәттәрен эшкәртеүҙә яһалма зиһенде файҙаланырға ҡарар ителгән. Радий Хәбиров белем усаҡтарында хәүефһеҙлекте көсәйтеүҙә лә замана технологияларын ҡулланыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты. Видеобәйләнеш аша Президент Владимир Путин ҡатнашлығында асылған 88 мәктәпте миҫалға килтереп Радий Хәбиров яңы уҡыу йылы алдынан мәғариф тармағындағы күп һорауҙарға айырым туҡталды. Шуларҙың береһе — уҡытыусы һөнәрен үҫтереү һәм мөғәллимдәрҙе яҡлау сараларына бәйле. Бөгөн уҡытыусының баһаһын арттырыу ғына етмәй, уларҙы хатта буллинг кеүек күренештәрҙән яҡларға тура килә. Был системалы рәүештә хәл ителергә тейеш тип белдерҙе Республика етксеһе.

Ял көндәрендә Ҡашҡаҙан паркында үткән “Һөт иле” фестиваленә 87 мең кеше килгән, 65 мең тонна һөт эселгән. Сараның халыҡ араһында популяр булыуын иҫәпкә алып Радий Хәбиров Өфөлә һөт продукттары өсөн айырым йәрминкә ойоштороу һәм уны даими рәүештә уҙғарыу тәҡдимен еткерҙе. Ауыл хужалығы министры ҡала хакимиәте менән берлектә тейешле ҡарарҙы әҙерләргә тейеш. "Һөт иле" кеүек халыҡты күпләп йәлеп иткән һәм туристар араһында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған сараларҙы һәр муниципалитетта уҙғарыу бурысы ҡала.

Район-ҡалалар төбәккә туристар йәлеп итеү эшенә үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Был йәһәттән уңышлы тәжрибәләр өлгә итеп ҡуйылды.Сентябрҙә үтәсәк мөһим сәйәси кампанияға әҙерлек темаһына ла айырым иғтибар. Республика үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙарға әҙерлекте тамамлау алдындаЮғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы тамамланды. Оператив кәңәшмәлә республика белем усаҡтарына студенттар ҡабул итеү һөҙөмтәләре буйынса доклад булды. Башҡортостан ВУЗ-дарында быйыл бюджет урындары артҡан, шул уҡ ваҡытта Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса уртаса күрһәткес тә үҫкән. 100 балл йыйыусыларҙың күпселеге Башҡортостан уҡыу йорттарын һайлаған.