"Евразия тауышын"да Башҡортостан данын яҡлаусылар

Дағыстанда "Евразия тауышы" фестивалендә "Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы юғары наградаларға лайыҡ булды.
  • "Евразия тауышын"да Башҡортостан данын яҡлаусылар

Журналист Сәлимә Исламова һәм режиссер Лидия Мусинаның "Серле һандыҡ" тапшырыуы "Балалар һәм үҫмерҙәр өсө"” иң яҡшы программа номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Был тапшырыуҙа быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалар тураһында һүҙ бара. Программа авторҙары уларҙы йәштәргә өйрәтеүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлатырға тырышҡан. Баһалама ағзалары "Серле һандыҡ" тапшырыуын һәм уға һалынған идеяны юғары баһалап, ошондай программаларҙың йышыраҡ булыуын теләне.

Беҙҙең телерадиокомпания хәбәрсеһе Ғәлимйән Ибатуллин һәм режиссер Лидия Мусина шулай уҡ "Һунарсы Минзаһир" тураһындағы тапшырыу өсөн маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Күгәрсен районы Бикбулат ауылында йәшәүсе Минзаһир ағай, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һунарсылыҡ шөғөлөн ташламаған. 90 йәшендә булһа ла ул спорт менән шөғөлләнә. Һунарсылыҡ серҙәрен ейәндәренә тапшыра. Бер пуля менән ике айыуҙы йыҡҡан һунарсы тип тә йөрөтәләп Минзаһир олатайҙы. “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының милли тапшырыуҙар редакцияһы былтыр Күгәрсен районы Бикбулат ауылында йәшәүсе ғаилә тураһында төшөрөлгән махсус репортажы менән “Евразия тауышы” фестивалендә беренсе урын алғайны.