Губернаторҙарҙың милли рейтингы

Башҡортостан башлығы губернаторҙарҙың милли рейтингынында топ-10 иҫәбенә инде һәм унда туғыҙынсы урын алды.
  • Губернаторҙарҙың милли рейтингы

Мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге эксперттар баһаһы нигеҙендә ике ай һайын ошондай тикшереү үткәрә. Радий Хәбиров икенсе тапҡыр рәттән төбәк етәкселәре араһында алдынғы урындарҙы ала. Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостан башлығының курсы федераль һәм төбәк араһындағы стратегик балансҡа ҡоролған.