Белем көнөндә Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт асылды

Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса һәм халыҡтың уңайлығы өсөн юл төҙөлөшө алдан тамамланды һәм дүрт һыҙаты ла файҙаланыуға тапшырылды.
  • Белем көнөндә Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт асылды
Объект республика көнөнә тулыһынса асылыр, тип көтөлә. Юлдың оҙонлоғо 2 километр ярым, ҡалған ваҡытта бында өҫтәмә юл төҙөләсәк һәм тирә-яғы тәртипкә килтереләсәк.
Хәҙер Өфө янында көн күргән халыҡҡа эшкә килеүе һәм ҡайтыуы, ҡалала йәшәүселәргә тәбиғәткә һәм баҡсаларға барыуы еңелләшә.