«Сәләмәтлек поездары» Хәйбулла, Салауат, Ейәнсура, Мишкә һәм Шаран райондарында халыҡты ҡабул итә

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан «Сәләмәтлек поездарында» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 213 кеше һәм уларҙың 1 мең 847 ғаилә ағзаһы тикшерелгән.
  • «Сәләмәтлек поездары» Хәйбулла, Салауат, Ейәнсура, Мишкә һәм Шаран райондарында халыҡты ҡабул итә

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә күсмә бригадалар 174 мең кешене ҡабул итеп һәм 46 мең 524 тикшереү үткәргән. Был күләмле эш, ул һаулыҡҡа ҡағылған проблемаларҙы иртә, дауалау өсөн һөҙөмтәле мәлендә асыҡларға ярҙам итә. Табиптар 9 мең 144 сирҙе тәүгә, шул иҫәптән социаль әһәмиәтле 3 мең 590 сир асыҡлаған. Етди ауырыу шиге табылған пациенттарҙы өҫтәмә тикшереүгә һәм дауалауға ебәрелгән. Был акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.