Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай 85 йәшлек юбилейын билдәләй.
Әҙиптең "Утлы кисеүҙәр" исемле тәүге китабы 1975 йылда донъя күрә. Уның "Аҡ тирмә" әҫәре юғалған башҡорт ауылдары тарихына, “Батыр яраһы” – Салауат Юлаевҡа, "Ҡаратау тотҡоно" поэмаһы – Рәми Ғариповҡа арналған. Ҡәҙим Аралбай башлыса поэма жанрында ижад итә. Республиканың танылған композиторҙары яҙыусының бел шәлкем шиғырҙарына популяр йырҙар ижад итте. Ҡәҙим Аралбай Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.







